Мәжит Ғафуриҙың Мемориаль йорт-музейында Республика көнөнә арналған йәнә бер сара үтте. Был юлы музейҙа ҡунаҡта Өфө автотранспорт колледжының 2-се курс студенттары һәм уларҙың уҡытыусылары Хөснитдинова Гөлнур Әнүәр ҡыҙы, Ғәлиева Ләйсән Зөлфир ҡыҙы булды. Улар өсөн “Тыуған еремде данлайым” тип аталған лекция-викторина ойошторолдо. Тәү сиратта, музей хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһы суверенитетының ҡабул ителеү тарихы, илебеҙҙең өс төп дәүләт символдары – гимн, герб, флаг менән яҡынданыраҡ таныштырып үтте. Артабан студенттарға Башҡортостан тураһында викторина һорауҙары тәҡдим ителде. Фәһемле сара ҡунаҡтары ла буш килмәгән, улар Башҡортостан тураһында шиғырҙар ятланы, хатта башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлнур Әнүәр ҡыҙы башҡорт иленә бағышлап, үҙе ижад иткән ҡобайыр ҙа һөйләп ишеттерҙе.
Башҡортостаныбыҙҙың барлыҡ ҡиммәттәрен сағылдырыусы видеоролик ҡарау ҙа бик йәмләне бөгөнгө сараны. Студенттар үҙҙәренең тәьҫораттары менән бүлеште, илебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоларын кисереүҙәре хаҡында белдерҙе. Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы менән тығыҙ хеҙмәттәшлеге өсөн колледждың башҡорт теле һәм тарих уҡытыусыһы Ләйсән Зөлфир ҡыҙына Милли әҙәбиәт музейы методик бүлегенең мөдире Э. М. Хәйбулина Рәхмәт хаты тапшырҙы. Музей буйлап ойошторолған экскурсия сараның йомғаҡлау өлөшө булып торҙо.

Фотогалерея